08.11.2019
769
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығы хеҙмәткәрҙәре Өфөнөң Дим районындағы баҡса йорттарында йәшәүселәргә рейд ойошторҙо. Тикшереү барышында шәхси йорт хужаларының барыһына ла иҫкәрмәләр яһалды.
Янғын хәүефен иҫкәртеү. Һыуыҡтар етеү менән инспекторҙар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренең үтәлеше буйынса профилактик сараларҙы көсәйтә. Был тәү сиратта баҡсасылыҡ ширҡәттәренә ҡағыла. Газ булмауы арҡаһында баҡса йорттары башлыса электр ҡоролмалары ярҙамында йылытыла. Ашарға бешереү, башҡа хужалыҡ эштәре ток үткәргестәргә бәйле. Шуға күрә янғынды иҫкәртеү саралары бер ҡасан да артыҡ түгел.
Рейд барышында янғын һүндереүселәр баҡсасылар араһында аңлатыу эштәре алып бара. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре буйынса инструктаж үткәрелә, йорт, ихата һәм мунса... Береһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай, иҫкәрмәләр таратыла. Электр приборҙарын файҙаланыу, газ һәм мейес менән һаҡ эш итергә, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа кәңәш ителә. Тап ошо ябай ҡағиҙәләрҙең инҡар ителеүе йыш ҡына күңелһеҙ хәлдәргә килтерә лә инде. Үткән аҙнала ғына баҡсасылар ширҡәтендә янғын осрағы теркәлгән, бәхеткә, зыян күреүселәр юҡ.
Йыл башынан Башҡортостанда 92 меңдән ашыу янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма ҡуйылған. Янғындан һаҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре Зубов ауылында йәшәүсе 700-ләп күп балалы ғаиләләрҙең йорттары буйлап үтте. Белгестәр газ һәм электр приборҙарға айырыуса иғтибар итте, утты иҫкәртеүсе махсус ҡоролмалар беркетте.