«Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2020» конкурсында ҡатнашыусылар өсөн семинар ойошторолдо

Кисә, 5 ноябрҙә, 39-сы гимназияла «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2020» һөнәри оҫталыҡ буйынса район конкурсында ҡатнашыусылар өсөн семинар ойошторолдо.
Кисә, 5 ноябрҙә, 39-сы гимназияла «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2020» һөнәри оҫталыҡ буйынса район конкурсында ҡатнашыусылар өсөн семинар ойошторолдо. Бында регламент һәм конкурстың төп этаптарының баһаламалары ҡаралды: интернет-сара, эссе, дәрес, кластан тыш эшмәкәрлек, оҫталыҡ дәресе, асыҡ лекция, түңәрәк өҫтәл. Семинар эшендә «Йыл уҡытыусыһы – 2018» республика конкурсының абсолют еңеүсеһе һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Эмма Сәфиуллина, «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2020» район конкурсы жюриһы рәйесе урынбаҫары Тамара Сутковская ҡатнашты. «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2020» конкурсының район этабы ноябрь аҙағында үтәсәк тип планлаштырыла. Унда ҡатнашыу өсөн ғаризалар М. Ғафури урамы, 13/1 адресы буйынса Өфө ҡалаһының Ленин районы Хакимиәтенең мәғариф бүлегендә һәм 251-02-99 телефон һандары буйынса ҡабул ителә.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA