05.11.2019
816
Өфө ҡалаһының Ленин районы торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре урамдарҙы таҙартыуҙы һәм ҡаланы төҙөкләндереүҙе дауам итә.
Һуңғы тәүлектә Ленин районының Төҙөкләндереү буйынса хеҙмәтенең 43 берәмек махсус техникаһы һәм 29 хеҙмәткәре эшкә йәлеп ителгән. Улар урамдарҙы, тротуарҙарҙы, күперҙәрҙе таҙартыу, сүп-сар һәм ҡар сығарыу менән мәшғүл. Әлеге мәлдә эштәр ҡала үҙәгендә бара – Чернышевский һәм Гоголь урамдары таҙартыла. Шулай уҡ Аксаков, Революция, Достоевский урамдарынан һәм Нижегородка биҫтәһенән сүп-сар һәм ҡар сығарыла. Шулай уҡ юлдарҙағы һәм тротуарҙарҙағы боҙлауыҡҡа ҡаршы саралар күрелә.
Райондың Торлаҡ хужалығы хеҙмәткәрҙәре лә бөтә биләмә буйынса эш алып бара. 9 берәмек махсус техника һәм 34 урам һепереүсе йорт ихаталарын ҡарҙан һәм сүп-сарҙан таҙарта. Байрамдан һуң йорт янындағы газондарҙа, балалар майҙансыҡтарында һәм парковка урындарында бик күп сүп-сар туплана – коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре ҡала халҡынан уларҙы тейешле урындарға ташларға саҡыра. Ҡалабыҙҙағы таҙалыҡ һәм тәртип өсөн һәр беребеҙ яуаплы бит.
Сүп-сар ҙа бик әүҙем сығарыла – мәҫәлән, ул үткән тәүлектә 12 рейста 133 кубометр сығарылған. 9 рейста 89 кубометр ҡар ташылған. Ҡала мөхитенә лә иғтибар бүленә – биналарҙы граффитиларҙан таҙартыу эше башҡарыла.