Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән!

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафиндың ҡотлауы.

Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән!

Хөрмәтле өфөлөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары!

4 ноябрҙә беҙҙең илебеҙҙә иң әһәмиәтле байрамдарҙың береһе  – Халыҡтар берҙәмлеге көнө билдәләнә. Ул күп милләтле халыҡтың илһөйәрлеген, Рәсәйҙең бойондороҡһоҙлоғон һәм ныҡлығын кәүҙәләндерә.

Барлыҡ төп дини конфессияларҙың йөҙҙән ашыу милләт вәкилдәре йәшәгән Өфөлә, тыныслыҡ, татыулыҡ, күрше-ара дуҫтарса мөнәсәбәт бик мөһим әһәмиәткә эйә.

Һәр заманда граждандарҙың берҙәмлеге илебеҙгә бөйөк еңеүҙәр һәм ҡаҙаныштар килтерҙе. Беҙ ата-бабаларыбыҙҙан мираҫ булып, быуындан-быуынға күсә килгән илһөйәрлек йолаларын тәрән хөрмәт итәбеҙ.

Бөгөн муниципалитет үҙ алдына ҡала халҡының тормош сифатын күтәреп, уңайлы мөхит булдырып, Өфөнөң социаль-иҡтисади хәлен нығытыуҙы төп маҡсат итеп ҡуя. Быға бары тик ныҡышмалы уртаҡ хеҙмәт, берҙәм команда һәм, әлбиттә, һоҡланғыс, талантлы, эшһөйәр өфөлөләрҙең ихлас ярҙамы менән генә өлгәшеп була.

Һеҙгә һәм Һеҙҙең яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек һәм уңыштар теләйем! Башҡортостаныбыҙҙың артабанғы ышаныслы үҫешенә, баш ҡалабыҙҙың сәскә атыуына төбәлгән изге башланғыстарығыҙ һәр саҡ тормошҡа ашһын!

Байрам менән!

 

Башҡортостан Республикаһы

Өфө ҡалаһы ҡала округы

Хакимиәте башлығы                                                                        Ө.М. Мостафин


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA
スーパーコピー Posgrado de Psicología | UNAM ブランド時計コピー Hpss - Universidad de Murcia ブランド時計コピー 株式会社アローン ブランド時計コピー スーパーコピー ロレックス時計コピー ブランド時計コピー ウブロ時計コピー スーパーコピー スーパーコピー シャネルコピー