Ленин районы торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары тәүге ҡарҙы тулы әҙерлектә ҡаршылай

Өфө ҡалаһының Ленин районы торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары тәүге ҡарҙы тулы әҙерлектә ҡаршылай. Әлеге мәлдә улар урамдарҙы һәм ихаталарҙы ҡарҙан таҙартыу менән мәшғүл. Иң тәүҙә магистраль юлдар һәм тротуарҙар, квартал эсендәге урамдар, парковка майҙандары таҙартыла. Шулай уҡ ҡом-тоҙ ҡатнашмаһы һибелә.
Өфө ҡалаһының Ленин районы торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары тәүге ҡарҙы тулы әҙерлектә ҡаршылай. Әлеге мәлдә улар урамдарҙы һәм ихаталарҙы ҡарҙан таҙартыу менән мәшғүл. Иң тәүҙә магистраль юлдар һәм тротуарҙар, квартал эсендәге урамдар, парковка майҙандары таҙартыла. Шулай уҡ ҡом-тоҙ ҡатнашмаһы һибелә. Бөгөн төндә урам-юл селтәрҙәрен таҙартыуға Өфө ҡалаһы Ленин районының Төҙөкләндереү буйынса хеҙмәтенең 32 берәмек махсус техникаһы һәм 27 хеҙмәткәре йәлеп ителде. Иртә менән Торлаҡ хужалығы тресының 34 эшсеһе һәм 9 берәмек махсус техникаһы ла эшкә тотондо. Улар йорт янындағы биләмәләрҙе ҡарҙан таҙарта, тротуарҙарға һәм юлға ҡом һибә. Һауа шарттарының насарайыуы сәбәпле өфөләргә юлдарҙағы хәүефһеҙлек тураһында ла ҡайғыртырға кәрәк. Ҡар яуа башлаған мәлдә автомобилегеҙгә ултырмау яҡшыраҡ. Буран ваҡытында алыҫ юлға сығыуҙан да тыйылығыҙ.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA