Ленин районында балалар майҙансыҡтарын урынлаштырыу дауам итә

Ленин урамындағы 21 йорт ихатаһында ошоғаса талап ителгән иң мөһим элементты – заманса балалар өсөн уйын майҙансығын урынлаштыра башланылар.
Ленин урамындағы 21 йорт ихатаһында ошоғаса талап ителгән иң мөһим элементты – заманса балалар өсөн уйын майҙансығын урынлаштыра башланылар. Бында төҙөкләндереү буйынса ҙур күләмдә эштәр башҡарылған. Балалар өсөн уйын майҙансығы башҡорт орнаменттары менән биҙәләсәк, янында сәскәләр үҫкән түтәл һәм таштан һалынған тротуар буласаҡ. Майҙансыҡ төрлө уйын ҡорамалдары һәм каучук валсыҡтарынан яһалған хәүефһеҙ резина йәймә менән ҡапланған. Әлбиттә, проект урындағы халыҡтың ризалығы менән тормошҡа ашырыла. «Тәүҙә уны урынлаштырыу өсөн ныҡлы нигеҙ әҙерләнек һәм шунан һуң уйын комплексын ҡороуға тотондоҡ. Әле ҡорамалдарҙың төрлө элементтарын нығытыу менән мәшғүлбеҙ», – тип һөйләй төҙөүселәр. Был заманса уйын майҙансығын булдырыуға ике аҙнанан ашыу ваҡыт сарыф ителгән. Тап төҙөкләндереү эштәре баш ҡала мөхитен бөтәбеҙ өсөн дә уңайлыраҡ яһай. Ә бының бер ысулы – йорт ихаталарында балаларға тәғәйенләнгән уйын майҙансыҡтарын урынлаштырыу.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA