Рәсәйҙә мәктәптәрҙә туҡланыуҙы ойоштороу тәжрибәһе буйынса Өфө иң яҡшылар иҫәбендә

Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк һәм муниципаль дөйөм белем биреү учреждениелары уҡыусыларының туҡланыу системаһын ойоштороу буйынса иң яҡшы проектына йомғаҡ яһалды.

Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк һәм муниципаль дөйөм белем биреү учреждениелары уҡыусыларының туҡланыу системаһын ойоштороу буйынса иң яҡшы проектына йомғаҡ яһалды.

Конкурстың маҡсаты – туҡланыу сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ иткән иң уңайлы тәжрибәләрҙе асыҡлау. Сара  10 сентябрҙән алып 22 октябргә тиклем ике этапта үтте.

Уның йомғаҡтары буйынса «Дөйөм белем биреү системаһындағы туҡланыуҙы комплекслы модернизациялау практикаһын тормошҡа ашырыуҙа иң яҡшы муниципаль ойошма» номинацияһында Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәтенең Мәғариф идаралығы өсөнсө урын яуланы.

Беренсе урын Ульяновск, өсөнсө – Красногорск ҡалаларында.

Бынан тыш, «Иң шәп төбәк тәжрибәһе» номинацияһында икенсе урын Башҡортостан Республикаһының Сауҙа буйынса дәүләт комитетына бирелде. Беренсе урын Санкт-Петербург ҡалаһының Мәғариф комитетына, өсөнсө - Ҡырым Республикаһының Мәғариф, йәштәр һәм фән министрлығына.

Әйтеп үтергә кәрәк, конкурста ҡатнашыр өсөн Рәсәйҙең 67 төбәктәренән 615 ғариза тапшырылған.

Конкурстың ойоштороусыһы - Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA