Олег Котов Затондағы музыка мәктәбенең төҙөлөшөн тикшерҙе

Бөгөн Өфө ҡалаһының Ленин районы Хакимиәте башлығы Олег Котов Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы балалар музыка мәктәбе төҙөлөшө барышы менән танышты.
Бөгөн Өфө ҡалаһының Ленин районы Хакимиәте башлығы Олег Котов Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы балалар музыка мәктәбе төҙөлөшө барышы менән танышты. Күсмә кәңәшмәлә райондың структур подразделениеларының, шулай уҡ подряд ойошманың вәкилдәре ҡатнашты. Мәктәптең яңы бинаһы өс этажлы, дөйөм майҙаны 1500 метрҙан ашыу буласаҡ. Ул яңғыҙ һәм төркөм менән шөғөлләнеү өсөн 17 бүлмә һәм заманса концерт залы менән йыһазландырыласаҡ тип көтөлә. Әлеге мәлдә өс ҡатта ла биҙәкләү эштәре башҡарыла, шулай уҡ радиаторҙар монтажлана һәм йылытыу системалары көйләнә. Мәктәп биләмәһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай – асфальт йәйеү өсөн әҙерлек эштәре башҡарыла, бордюр таштары һалына, баҫҡыстар араһындағы майҙансыҡтарҙағы витраждарҙың стеналары йылытыла. Ленин районы Хакимиәте башлығы бина һәм мәктәп биләмәһе буйынса уҙҙы, төҙөлөш барышы менән яҡындан танышты. Ул башҡарылған эштәрҙе иғтибар үҙәгендә тоторға һәм даими тикшереп барырға ҡушты, төҙөлөштө йәнләндереү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA