Өфөнөң дөйөм белем биреү ойошмаларында ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу ойошторолған

«Барыһы ла беҙҙән башлана» экологик проект сиктәрендә Өфөнөң дөйөм белем биреү учреждениеларында ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу тәжрибәһе ойошторолған. Беренсе булып был проектҡа Дим биҫтәһенең мәктәптәре ҡушылды. Яҡын киләсәктә был тәжрибәне Өфө ҡалаһының бөтә мәктәптәренә лә индереү планлаштырыла.

Проекттың төп идеяһы – уҡыусыларҙа яңы экологик тәрбиәһен формалаштырыу һәм сүп-сарҙы айырым йыйыу мәсьәләһенә иғтибарҙы йәлеп итеү.

- Беҙ экологик проблемаларҙы тикшереп, балалар һәм йәштәр араһында тәбиғәткә ҡарата хәстәрлекле мөнәсәбәт тәрбиәләргә тырышабыҙ. Минеңсә, тап балалар беҙгә, өлкәндәргә, был файҙалы ғәҙәтте булдырырға ярҙам итерҙәр, - тип фекере менән бүлеште Алина Сөләймәнова.

- Мин был проект менән  «Клязьмала мәғәнәләр биләмәһе» федераль форумында ҡатнаштым. Һәм  Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлығының грант конкурсында еңеүсе тип табылдым. Проект мәктәптәрҙә экологик аң үҫтереү маҡсатына йүнәлтелгән. Проект сиктәрендә эко-дәрестәр үткәреләсәк, - тине проект етәксеһе Анастасия Воробьева.

Сара «Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ» предприятиеһының ҡалдыҡтарҙы сортировкалау участкаһына сәфәр менән тамамланды.
 
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA