23.10.2019
908
Бөгөн Өфө ҡалаһы Ленин районы Хакимиәтенең сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы һәм хеҙмәттәрҙе координациялау бүлегенең хеҙмәткәрҙәре Өфө ҡалаһы Хакимиәтенең ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре идаралығы һәм “Ленин районының төҙөкләндереү буйынса хеҙмәте» муниципаль бюджет учреждениеһы вәкилдәре ҡатнашлығында сираттағы рейд ойошторҙо.
Сараның төп бурысы – стационар булмаған сауҙа объекттарының (павильондарҙың һәм киоскыларҙың) төҙөклөгө һәм тышҡы йөҙө буйынса ҡағиҙәләрҙең үтәлеше, шулай уҡ уларҙың урынлашыуының законлылығы менән танышыу булды. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһы Хакимиәтенең ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре идаралығы вәкиле эшҡыуарҙарҙан ҡала хакимиәте менән килешеү барлығы тураһында белеште, сөнки ер биләмәһендә урынлашыу хоҡуғын биргән төп документ – уны ҡуртымға алыу хаҡындағы килешеү. Уның юҡлығы стационар булмаған сауҙа объектының законға ярашһыҙ урынлашыуына туранан-тура ишара.
Тиҙҙән ҡыш етәсәк – шуға ла “Ленин районының төҙөкләндереү буйынса хеҙмәте» муниципаль бюджет учреждениеһы вәкиле ҡар ташыу буйынса килешеү төҙөлгәнлеге менән ҡыҙыҡһынды. Шулай уҡ Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторы менән килешеү кәрәклеге тураһында ла аңлатылды. Федераль ҡануниәт тарафынан уны төҙөү тураһында йөкләмә һалынған, ә ул үтәлмәгәндә граждандарға 1000-дән 2000 һумғаса штраф, юридик шәхес булып теркәлмәгән эшҡыуарҙарға 30000-дән 50000 һумғаса штраф йә 90 тәүлеккә тиклем эшмәкәрлекте туҡтатыу, юридик шәхестәргә 100000-дән 250000 мең һумғаса штраф йә 90 тәүлеккә тиклем эшмәкәрлекте туҡтатып тороу кеүек административ яуаплылыҡ ҡаралған.