«Илһам» дан илһамланып ҡайттылар

Быйыл Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры М.Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейына бағышлап бик күп саралар үткәрелә. Орджоникидзе районының мәктәптәре лә был сараларҙан ситтә ҡалмай.
Быйыл Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры М.Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейына бағышлап бик күп саралар үткәрелә. Орджоникидзе районының мәктәптәре лә был сараларҙан ситтә ҡалмай. Бына бик күп йылдар инде “Илһам” нәфис һүҙ оҫталары конкурсы үтә. Быйыл да район мәктәп уҡыусылары, балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре араһында уҙғарылған был конкурс бик йәнле һәм сәмле үтте. Конкурстың маҡсаты –башҡорт телен, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү, туған телгә һөйөү тәрбиәләү, башҡорт әҙәбиәтенә һәм сәнғәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, талантлы балаларҙы асыҡлау, уҡыусыларҙа тасуири уҡыу күнекмәләрен, сәхнә оҫталығын үҫтереү. Конкурста 47 бала мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының тәрбиәләнеүселәре, 70 уҡыусы, 22 педагог шиғыр һөйләү оҫталыҡтарын һынап ҡаранылар. Быйылғы йылда бәйгеселәр үҙҙәренең шиғыр һөйләү оҫталыҡтарын өс турҙа һынаны. Тәүге турҙа Башҡортостан тураһында шиғыр һөйләп ярышһалар, икенсеһендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең шиғырҙарын оҫта башҡарҙылар, ә иһә өсөнсө турҙағы сығыштар Театр йылына арналды. Шиғырҙар башҡорт, рус, татар телдәрендә яңғыраны. Был конкурста балалар үҙҙәренең һәләттәрен асып ҡына ҡалманылар, ә сығыштары менән күңелдәргә матурлыҡ, зауыҡ өҫтәнеләр Абруйлы жюри ағзалары балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, башланғыс, урта, юғары синыфтары уҡыусыларының талантлы сығыштарын юғары баһаланылар. Һәр төркөмдән иң оҫта башҡарыусылар ҡала кимәлендә үткәрелгән «Илһам» конкурсында үҙ көстәрен һынаясаҡтар. Уңыштар һеҙгә, яңы еңеүҙәр көтәбеҙ!
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA