22.10.2019
1799
11 ноябрҙән 15 ноябргә тиклем «Эшҡыуарлыҡ мәктәбе» программаһы сиктәрендә «Эшҡыуар әлифбаһы» курсының дауамы ойошторола. Сара «Капитал» бизнес үҙәгендә (Чернышевский урамы, 82, 616 офис) үтә. Ҡатнашыу бушлай – бары Башҡортостан Республикаһының Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү фонды сайтында теркәлергә кәрәк.
Был программа үҙ эшен үҫтерергә, киңәйтергә йә йүнәлешен алыштырырға теләгән эшҡыуарҙар өсөн булдырылған. Сараның төп бурысы – һәр бизнестың финанс һәм етештереү күрһәткестәрен яҡшыртыу өсөн йүнселдәрҙең оҫталығын арттырыу маҡсатында мөһим темалар буйынса уларға белем биреү. Бында киң ҡулланылған бизнес ысулдар ярҙамында ойошманың эшмәкәрлеген баһалау һәм ҡулайлаштырыу өсөн кәрәкле алымдар күрһәтеләсәк. Уларҙы башҡарыу ойошма эшмәкәрлегенең хәлен дөрөҫ баһалау һәм үҫеш планын әҙерләү өсөн кәрәк.
Был тренингтарҙа ҡатнашыу Һеҙгә түбәндәге оҫталыҡтарға һәм белемдәргә эйә булырға ярҙам итәсәк:
• маркетинг тикшеренеүҙәрҙе һәм бизнесты баһалауҙы ойоштороу;
• тауарҙарҙы һәм хеҙмәттәрҙе танытыу, бизнестың һөҙөмтәлелеген үҫтереү өсөн маркетинг планлаштырыу;
• ҡул аҫтындағылар менән идара итеү;
• тауарҙарҙы һәм матди һаҡламдарҙы ҡулланыу;
• финанс планлаштырыу;
• тауар һәм хеҙмәттәрҙең үҙҡиммәтен иҫәпләү;
• бухгалтер иҫәбен алып барыу (финанс белеме булмағандар өсөн);
• предприятие менән идара итеү.
Тренингты тамамлағандарға Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү корпорацияһынан сертификат тапшырыласаҡ.
Бәйләнеш өсөн телефон һандары: +7(347) 251-67-52; +79173420127
E-mail: smfond@bk.ru
«Ҡыҙыу линия» телефоны һаны: +7 (347) 216-40-80