Көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәләренә саҡырабыҙ!

Баш ҡалабыҙҙың Ленин районында көҙгө йәрминкәләр үтәсәк! 26 һәм 27 октябрҙә ауыл хужалығы продукцияларын Өфө ҡалаһының Ленин районы Хакимиәте алдындағы сауҙа майҙансығында һәм Солтанов урамының 2-се һанлы йорто янындағы трамвай әйләнеше биләмәһендә һатып алырға мөмкин буласаҡ.
Көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәләренә саҡырабыҙ!
Баш ҡалабыҙҙың Ленин районында көҙгө йәрминкәләр үтәсәк! 26 һәм 27 октябрҙә ауыл хужалығы продукцияларын Өфө ҡалаһының Ленин районы Хакимиәте алдындағы сауҙа майҙансығында һәм Солтанов урамының 2-се һанлы йорто янындағы трамвай әйләнеше биләмәһендә һатып алырға мөмкин буласаҡ. Ҡала халҡына республикабыҙҙың ауыл хужалығы етештереүселәренең һәм фермер хужалыҡтарының яңы һәм сифатлы продукцияһы тәҡдим ителәсәк. Был йәрминкәләрҙә ауылдан килеүселәр үҙ продукцияларын һатыу мөмкинлегенә эйә булһа, урындағы халыҡ лайыҡлы хаҡҡа яҡшы продукция менән тәьмин ителәсәк. Сауҙа майҙансыҡтарында күп төрлө тауарҙар – быйылғы йәйҙең уңыш емештәре, һөт һәм ит, бал, май, сыр, хатта сувенирҙар тәҡдим ителәсәк. Йәрминкәләр иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 4-кә тиклем эшләйәсәк. Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы етештереүселәрен үҙ продукцияһын тәҡдим итергә саҡырабыҙ. Ҡыҙыҡһындырған һорауҙар буйынса Өфө ҡалаһының Ленин районы Хакимиәтенең сауҙа координацияһы, йәмәғәт туҡланыуы һәм хеҙмәттәр бүлегенә 229-04-13 телефон һандары буйынса мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA