Өфөлә «Балаларға камера бирҙеләр» исемле Бөтә Рәсәй балалар журналистикаһының фестивале үтәсәк

29 октябрҙән алып 31 октябргә тиклем Өфө ҡалаһы дүртенсе тапҡыр «Балаларға камера бирҙеләр» тигән Бөтә Рәсәй балалар фестиваль-тренингы үткәреү урынына әүереләсәк.

29 октябрҙән алып 31 октябргә тиклем Өфө ҡалаһы дүртенсе тапҡыр «Балаларға камера бирҙеләр» тигән Бөтә Рәсәй балалар фестиваль-тренингы үткәреү урынына әүереләсәк. Сараны Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте, ГУП ТРК «Башкортостан», «Бөтә Өфө» продюссерлыҡ үҙәге, ВГТРК «Россия-Башкортостан»,  «Башҡортостан Республикаһы әсәләре» йәмәғәт ойошмалаһы, «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы ярҙамында «ТЕЛЕШКО» Федераль телевидение мәктәбе ойошторасаҡ. 

Республиканың баш ҡалаһына өс йөҙҙән ашыу үҫмер киләсәк. Өфө өс көнгә яңы тәжрибә һәм сифатлы медиа контент алырға теләгән уҡыусылар өсөн ҙур практик майҙансығына әйләнәсәк. Һәр ҡатнашыусы уникаль медиа һөнәрен үҙләштереүгә дәғүә итә. Фестиваль барған көндөрҙә баш ҡаланың телерадиокомпаниялары үҙҙәренең эфирҙарын балалар медиафорумдың ҡатнашыусыларына тапшырасаҡтар. Шулай уҡ Өфөнөң иҫтәлекле урындары тураһында видеосюжет төшөрөп, блогтар яҙып, фоторепортаждар эшләйәсәктәр.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA