Өлфәт Мостафин Дәүләт-ара герой-ҡалалар союзының Тулы хоҡуҡлы вәкиле Борис Махов менән осрашты

16 октябрҙә муниципалитетта Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин Советы ағзаһы, ВОСВОД ҡотҡарыу хеҙмәте генерал-майоры, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт-ара герой-ҡалалар союзының Тулы хоҡуҡлы вәкиле Борис Махов менән осрашты.

Осрашыуҙа Өфөгә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм дан ҡалаһы» халыҡ-ара почетлы исемен биреү мөмкинлеге тураһында әңгәмә барҙы.

«Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм дан ҡалаһы» исемен биреүгә Дәүләт-ара герой-ҡалалар союзы инициатива белдерҙе. Бөгөнгө көндә Рәсәйҙә маҡтаулы исемгә 20-нән ашыу ҡала лайыҡ булған, шул иҫәптән Ишембай ҡалаһы.

Был маҡтаулы исем фашизмға ҡаршы көрәштә хеҙмәт батырлыҡтары күрһәткән һәм мөһим ҡаҙаныштарға өлгәшкән ҡалаларға бирелә. Өфө Бөйөк Ватан Һуғышы йылдарында илдең терәк үҙәге була. Ҡалала 40 ашыу предприятие, шулай уҡ дәүләт, ғилми, мәҙәни учреждениелар урынлаштырылған, илдең төрлө төбәктәренән эвакуацияланған 100 меңдән ашыу кеше ҡабул ителгән.

Билдәләп үтәйек, 46-сы Ҡала советы ултырышында депутаттар Өфөгә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм дан ҡалаһы» исемен биреү инициативаһын хупланы.
 
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA