Өфө Республика көнөн байрам итте

11 октябрҙә Өфөлә Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителеүенә 29 йыл тулыуы айҡанлы саралар үтте.

11 октябрҙә Өфөлә Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителеүенә 29 йыл тулыуы айҡанлы саралар үтте.

Байрам сиктәрендә ҡаланың барлыҡ майҙандарында концерт программалар, тематик осрашыуҙар, конкурстар, күргәҙмәләр һәм башҡа саралар ойошторолдо.

Ленин районында «Һөйөклө республикаға бағышлана!» исемле байрам концерты шаулап үтте. Унда рус һәм башҡорт телдәрендә йырҙар яңғыраны, республикала йәшәгән халыҡтарының үҙешмәкәр бейеү коллективтары сәнғәт номерҙарын башҡарҙы.

Иван Яҡутов исемендәге паркта «Ҡулға-ҡул тотоношайыҡ, дуҫтар!» исемле республика күп милләтле йәштәр мәҙәни сараһы үтте. Байрам ҡунаҡтары өсөн сит илдәрҙең ижади коллективтары, профессиональ һәм республика халыҡ ижады үҙәге художество үҙешмәкәрлеге таланттары сығыш яһанылар.

Октябрь районында республика көнөнә арналған байрам йәрминкәләре уҙғарылды. Ҡала халҡына үҙ продукцияларын республиканың 32 райондарынан килгән етештереүселәр тәҡдим итте.

Салауат Юлаев исемендәге майҙанда һәм «Ватан»  этно-паркында «Рәсәй Федерацияһының ҡораллы көстәрендә контракт буйынса хәрби хеҙмәт үтеү – һинең теләк!» исемле мәғлүмәти – агитацион акция булып үтте. Акция сиктәрендә хәрби һәм махсус техника күргәҙмәһе, күрһәтмә сығыштар ойошторолдо.

Байрам этно-паркта ҙур байрам концерты менән дауам итте. Сәхнәлә тынлы оркестр, Үҙәк хәрби округының йыр һәм бейеү ансамбле сығыш яһаны. Шулай уҡ беренсе тапҡыр караокеға республиканың райондары һәм ҡалалары халҡы башҡарыуында Башҡортостандың гимны яңғыраны.

Артабан баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн «Арғымаҡ » төркөмө, Сергей Приказчиков һәм Elvin Grey йырҙарын башҡарҙы. Сара фейерверк һәм лазерлы тамаша менән тамамланды.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA