Өфөлә «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының еңеүселәрен билдәләнеләр

11 октябрҙа «Аҡбуҙат» ипподромында «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының финал ярыштары уҙҙы.

11 октябрҙа «Аҡбуҙат» ипподромында «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының финал ярыштары уҙҙы.

Уларҙа һайлап алыу этаптарында еңеүселәр ҡатнашты. Шулай итеп, Башҡортостан Республикаһының Дыуан, Илеш, Дүртөйлө, Белорет, Федоровка, Ҡыйғы, Бишбүләк, Стәрлетамаҡ, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Борай һәм Хайбулла райондарынан ҡатнашыусылар ярышты.

Еңеүсене ике этап һөҙөмтәләре буйынса билдәләнеләр. Беренсе урынды Күгәрсен районынан Динис Ҡорбанаев яуланы. Икенсене – Көйөргәҙе районынан Айбулат Әбдрәхимов һәм өсөнсө  урынды Хәйбулланан Виталий Рогачев алды.

Шулай уҡ, турнир сиктәрендә ипподром холында ҡатнашыусы райондарҙың тауар етештереүселәре продукцияһы йәрминкәһе ойошторолдо.Унда башҡорт кымыҙы, бал, һөт продукттары, ит деликатестары, туҡыу продукцияһы тәҡдим ителде.

«Терра Башҡортостан» ат-спорт турниры был йылдың март айында башланғайны. Ул Башҡортостанға 100 йыл тулыу айҡанлы үткәрелде.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA