Өфөлә «Бер көн Мостай Кәрим менән» әҙәби флешмоб үтәсәк

19 октябрҙә Өфөлә Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған «Бер көн Мостай Кәрим менән» исемле әҙәби флешмоб үтәсәк.

19 октябрҙә Өфөлә Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған «Бер көн Мостай Кәрим менән» исемле әҙәби флешмоб үтәсәк.

Сараны төрлө йәштәге һәм социаль категориялары граждандар араһында билдәле шағирҙың ижадын популярлаштырыу маҡсатында Өфө ҡалаһының үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы ойоштора.

Флешмобта ҡатнашырға теләүселәр шиғыр йәки шиғырҙан өҙөктө яттан ҡаланың түбәндәге майҙансыҡтарҙа һөйләй ала:

— Мостай Кәрим һәйкәле янында;

— Салауат Юлаев һәйкәле янында;

— «Нур» татар театры майҙансығында;

— Еңеүҙең 50 йыллығы скверында;

— «Ирәмәл» сауҙа йорто майҙанында;

— Әхмәтов урамында (Затон);

— Ухтомский урамында (Дим);

— Жуков һәм Гагарин урамдарының киҫешендә (Һупайлы);

— Беренсе Май аллеяһы (Серго Орджоникидзе исемендәге Мәҙәниәт һарайы майҙаны);

— Баландин исемендәге скверында (Инорс);

— Теләк скверында (Шаҡша).

Үткәреү ваҡыты — 12.00 - 14.00 сәғәттә.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA