Республика көнө менән!

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафиндың ҡотлауы.

Республика көнө менән!

Хөрмәтле өфөлөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары!

Һеҙҙе Республика көнө – Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһындағы Декларацияһын ҡабул итеүгә 29 йыл тулыу менән ҡайнар ҡотлайым!

Был байрам тыуған еребеҙҙең рухи һәм мәҙәни мираҫы, күп быуатлы тарихы менән ғорурланған республика халҡының берҙәмлеген һәм милләт-ара татыулығын символлаштыра. Башҡортостан етәкселегенең һәм халыҡтың берҙәм тырышлығы төбәктең артабанғы комплекслы үҫешеүенә һәм милли проекттарҙың уңышлы тормошҡа ашырылыуына ҙур йоғонто яһай.

Бөгөн Рәсәй ҡалалары араһында Башҡортостандың баш ҡалаһы иҡтисад, социаль һәм мәҙәни күрһәткестәре буйынса алдынғы булып һанала.
Йылдан-йыл Өфөлә матур тормош өсөн уңайлы шарттар, инвестициялар һәм бизнесты үҫтереү өсөн тейешле мөхит булдырыла.

Өфөнөң барлыҡ уңыштары һәм ҡаҙаныштары – етештереү коллективтарының, төрлө тармаҡтағы ойошмалар һәм учреждениелар хеҙмәткәрҙәренең фиҙакәр эшмәкәрлеге һәм бай эш тәжрибәһен йәш белгестәр менән ихлас уртаҡлашҡан хөрмәтле ветерандарҙың оло тырышлыҡ һөҙөмтәһе ул.

Һеҙгә һәм Һеҙҙең яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек һәм уңыштар теләйем! Башҡортостаныбыҙҙың артабанғы ышаныслы үҫешенә, баш ҡалабыҙҙың сәскә атыуына төбәлгән изге башланғыстарығыҙ һәр саҡ тормошҡа ашһын!

Байрам менән!

 

 

 

Башҡортостан Республикаһы

Өфө ҡалаһы ҡала округы

Хакимиәте башлығы                                                                        Ө.М. Мостафин

 

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA