Өлфәт Мостафин «Инвест сәғәт» үткәрҙе

10 октябрҙә Өфө ҡалаһы Хакимиәтендә Өлфәт Мостафин етәкселеге аҫтында Ведомство-ара комиссияның «Инвест сәғәт» форматындағы сираттағы ултырышы үтте.

10 октябрҙә Өфө ҡалаһы Хакимиәтендә Өлфәт Мостафин етәкселеге аҫтында Ведомство-ара комиссияның «Инвест сәғәт» форматындағы сираттағы ултырышы үтте.

Ултырышта республика министрлыҡтары, дәүләт комитеттары вәкилдәре һәм Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте структур подразделениелары етәкселәре һәм ҡала советы депутаттары ҡатнашты.

Бөгөнгө ултырышта ҡатнашыусылар ҡала биләмәһендә ҡапланған футбол манеждарының төҙөлөш проектын тикшерҙеләр. Проект менән ООО «Нефтепродуктсервис» инвестор вәкиле Сергей Решетников таныштырҙы. Уның һүҙҙәре буйынса, сығымдар күләме 60 миллион һум тәшкил итә, ә тормошҡа ашырыу ваҡыты - 2020-2021 йылдар.

Тәртипкә ярашлы, ултырышта ҡатнашыусылар инвестиция проекты буйынса фекер алышты. Иҫкәрмәләр һәм тәҡдимдәр менән Өфө Хакимиәтенең физик культура һәм спорт буйынса идаралығы, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре буйынса идаралығы, Ҡала төҙөлөшө һәм архитектураһының баш идаралығы, Башҡортостан Республикаһы йәштәр сәйәсәте һәм спорт Министрлығы һәм Өфөнөң йәмәғәт палатаһы уртаҡлашты. Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы был проектты хупланы.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA