Уҡытыусылар көнө менән!

Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафиндың ҡотлауы.

Уҡытыусылар көнө менән!

Хөрмәтле уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр!

Ҡәҙерле педагогик хеҙмәт ветерандары!

Уҡытыусылар көнө менән иң ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Был һөнәри байрам иң игелекле, әһәмиәтле һәм хөрмәтле, үҙ эшенә йөрәк ҡушыуы буйынса килгән хеҙмәт эйәләренең байрамы. Ҡала, республика, илебеҙ киләсәге, һис шикһеҙ, уҡытыусыға, педагогҡа, остазға, уның юғары һөнәри оҫталығына, яуаплылығына, балаларға ҡарата иғтибарлы һәм йылы мөнәсәбәтенә бәйле.

Башҡортостандың баш ҡалаһында белем биреү ойошмаларының матди-техник базаһын нығытыу буйынса ҙур эш алып барыла. Яңы мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөлә, ғәмәлдәгеләре төҙөкләндерелә, балалар өсөн матур ял педагогтар өсөн уңайлы хеҙәт шарттары тыуҙырыла. Баш ҡалабыҙ мәғариф өлкәһендә юғары һөҙөмтәләргә ирешкән уҡытыусылары һәм уҡыусылары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана.

Ауыр, әммә игелекле хеҙмәтегеҙ өсөн ысын күңелдән рәхмәтемде белдерәм. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, һәләтле уҡыусылар теләйем, алға ҡуйылған юғары маҡсаттарығыҙ Һеҙҙе яңы ҡаҙаныштарға ирештерһен!

 

 

Башҡортостан Республикаһы

Өфө ҡалаһы ҡала округы

Хакимиәте башлығы                                                                      Ө.М. Мостафин


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA