Ял көндәре, 5 һәм 6 октябрҙә, Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре үтәсәк. Йәрминкәләрҙә республика етештереүселәрҙең сифатлы яңы продукцияһын түбәндәге майҙансыҡтарҙа һатып алырға була.
5 октябрҙә:
- Дим биҫтәһенең Правда урамында;
- Интернационал һәм Машиностроитель урамдары киҫелешендә;
- Мушников һәм Баландин урамдары киҫелешендә;
- Затон биҫтәһенең «Тулҡын» скверы алдындағы майҙансыҡта;
- Рабкоров урамының 3, 5, 7 һанлы йорттар ҡаршыһындағы майҙансыҡта;
- Солтанов урамындағы трамвай ҡулсаһы биләмәһе янында;
- Спорт һарайы алдындағы майҙанда;
- Орджоникидзе исемендәге майҙанда;
- Йәштәр һарайы алдындағы майҙанда.
6 октябрҙә:
- УМПО мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙансыҡта;
- Интернационал һәм Машиностроитель урамдары киҫелешендә;
- Рабкоров урамының 3, 5, 7 һанлы йорттар ҡаршыһындағы майҙансыҡта;
- Орджоникидзе исемендәге майҙанда;
- Йәштәр һарайы алдындағы майҙанда.
Йәрминкәләрҙә ҡатнашырға һатыуҙа айырым шарттар талап итмәгән ауыл хужалығы һәм бал етештереүселәр саҡырыла.
Йәрминкәләр иртәнге сәғәт 10.00-дан киске сәғәт 16.00 тиклем эшләйәсәк.