Муниципалитетта «Башҡорт ихаталары» программаһында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү дауам ителә

Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте күп фатирлы йорт ихаталарын комплекслы төҙөкләндереү буйынса «Башҡорт ихаталары» программаһында ҡатнашыу өсөн заявкаларҙы ҡабул итеүен дауам итә.

Программа заманса ҡала мөхитенең уңайлыҡтарын һәм сифатын күтәреү маҡсаты менән башҡарыла.

Программаның төп бурыстары: муниципаль берәмегенең берҙәм ҡиәфәткә формалаштырыуын тәьмин итеү, төҙөкләндереү объектын булдырыу, уны үҫтереү, граждандар араһында программала ҡатнашыуға ҡыҙыҡһыныуын арттырыу һәм башҡа.

Конкурстың һайлап алыу этабында ҡатнашыр өсөн ғариза менән бергә өҫтәмә документтар исемлеге тапшырылырға тейеш.

Документтарҙы ҡабул итеү ваҡыты: 1 октябрҙән алып 31 октябргә тиклем. Сәғәт иртәнге 9.00 алып киске 18.00 тиклем шәмбе һәм йәкшәмбе көндәренән башҡа. 13.00 – 14.00 – төшкө аш ваҡыты.

Документтар Октябрь проспекты, 120 адресы буйынса ҡабул ителә.

Өҫтәмә мәғлүмәттәрҙе түбәндәге телефон буйынса алырға мөмкин: 279-06-77 (Ҡала программаһын тормошҡа ашырыу бүлеге) һәм 279-12-61 (Граждандар мөрәжәғәттәре менән эшләү буйынса бүлек).

Документтар исемлеге был һылтанмала.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA