Өфөлә «Ҡашҡаҙан» паркының төҙөкләндереү проекты буйынса йәмәғәт тыңлауҙары үтте

30 сентябрҙә №84 Татар гимназияһында «Ҡашҡаҙан» күленең төҙөкләндереү проекты буйынса йәмәғәт тыңлауҙары үтте

30 сентябрҙә №84 Татар гимназияһында «Ҡашҡаҙан» күленең төҙөкләндереү проекты буйынса йәмәғәт тыңлауҙары үтте. Әлеге ваҡытта «Ҡашҡаҙан» паркында «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» программаһы буйынса реконструкция эштәре бара.

– «Ҡашҡаҙан» күлен реконструкциялау эше бер нисә этаптарҙан тора, - тип башланы сығышын Өфө Хакимиәтенең архитектура һәм ҡала төҙөлөшө баш идаралығы начальнигы Олег Байдин. – Беренсенән, күлдең һыу йыйыу бассейнынан ямғыр һәм ағын һыуҙарҙы йыйып алыу. Бынан тыш, реконструкция проект билдәһенең тәрәнлегенә еткереп, күлдең һыуын ағыҙыу, балсыҡ кәртә эшләү, пляж зонаһына ПГС һәм ваҡ таш түшәп, күлдең һыуын кире тултырыу кеүек эштәрҙән тора.

Шулай уҡ Олег Байдин күлдең биологик нигеҙен булдырыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. «Ҡашҡаҙан» күленең төҙөкләндереү проектына биләмәне ярҙамсы архитектура ҡоролмалары менән йыһазландырыу, электромонтаж эштәре, юлдарға асфальт һәм тротуар плиткаларын түшәү һәм башҡа эштәр ингән.

Йәмәғәт тыңлауҙарында ҡатнашыусыларҙың күпселеге проектты хупланы. Осрашыу барышында күлдең һыу сифатына, парктың үҫеш перспективаларына ҡағылышлы һорауҙар яңғыраны. Шулай уҡ ҡатнашыусылар океанариум төҙөү темаһын күтәреп, үҙ фекерҙәре менән уртаҡлаштылар. Был мәсьәлә буйынса айырым осрашыу үткәреү билдәләнде.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA