Өфө ҡалаһының Дим районында профилактик акция үтә

27 сентябрҙә, «Данко» үҫмер балалар һәм йәштәр клубы берләшмәһе педагогтары Дим мәҙәниәт һәм ял паркында Бөтә донъя йөрәк көнөнә арналған сираттағы сәләмәтлек акцияһын ойошторҙо. Дим халҡы ла был саранан ситтә ҡалманы.
Өфө ҡалаһының Дим районында профилактик акция үтә
27 сентябрҙә, «Данко» үҫмер балалар һәм йәштәр клубы берләшмәһе педагогтары Дим мәҙәниәт һәм ял паркында Бөтә донъя йөрәк көнөнә арналған сираттағы сәләмәтлек акцияһын ойошторҙо. Дим халҡы ла был саранан ситтә ҡалманы. Акция «Беҙҙең йөрәк нимә ярата» девизы аҫтында үтте. Сәләмәт тормош алып барыу, балаларҙа һәм өлкәндәрҙә йөрәк ауырыуҙарын иҫкәртеү, йөрәк сирҙәренән үлем осраҡтарын кәметеү тураһында Ангелина Герасимова һәм Оксана Исмаилова һөйләне. - Был профилактик сара кешеләрҙең үҙ һаулығына иғтибар йәлеп итеү маҡсатында үткәрелә. Күп осраҡта халыҡтың үҙ һаулығына битарафлығы арҡаһында килеп тыуа был кире күренеш. Сөнки үҙ ваҡытында билдәләнгән ауырыу һәм дөрөҫ дауалау саралары йөрәк сирҙәрен тулыһынса дауаларға мөмкинлек бирә. Сәләмәт йөрәк өсөн тәү шарт - дөрөҫ туҡланыу, спорт менән шөғөлләнеу, стресстарҙан ҡотолоу, зарарлы ғәҙәттәрҙән баш тартыу кәрәк,- тип кәңәш бирҙе Ангелина Валерьевна. Әйткәндәй, был сара тәүге тапҡыр 1999 йылда Бөтә донъя йөрәк федерацияһы тарафынан ойошторола. Хәҙер был акция йыл да үтә.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA