Йәш шайморатовсылар

Бөгөн , 12 сентябрь көнө, “Аҡбуҙат” 75- се башкорт балалар баҡсаһының өлкәндәр төркөмө 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында генерал - майор Миңлеғәли Минһажетдин улы Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл айҡанлы үткәрелгән , “Йәш шайморатовсылар” исемле сарала ҡатнаштылар.
Йәш шайморатовсылар
Бөгөн , 12 сентябрь көнө, “Аҡбуҙат” 75- се башкорт балалар баҡсаһының өлкәндәр төркөмө 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында генерал - майор Миңлеғәли Минһажетдин улы Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл айҡанлы үткәрелгән , “Йәш шайморатовсылар” исемле сарала ҡатнаштылар. Музей хеҙмәткәрҙәре балаларҙы Башҡорт кавалерия дивизияһының командиры Миңлеғәли Минһажетдин улы Шайморатовтың тормош юлы менән таныштырҙы,уның ҡыйыу,батыр,оҫта разведчик икәнен һөйләне. Һуңынан, интерактив уйын барышында балалар үҙҙәрен оҫта мәргәнсе,етеҙ кавалерист ,отҡор разведчик итеп күрһәтте. Сараны мауыҡтырғыс, фәһемле йәнһүрәт менән тамамлап ҡуйҙылар.Балаларға ла,тәрбиәселәргә лә был сара бик ныҡ оҡшаны.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA