25.09.2019
1144
10 сентябрҙә баш ҡала биләмәһен санитар таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса айлыҡ башланғыс алғайны. Был аҙнала Өфөлә сираттағы «Санитар йома» үтә.
Сара сиктәрендә предприятиеларға, ойошмаларға һәм учреждениеларға биналарын һәм ҡоймаларын тәртипкә килтереү, үҙ ҡарамағында булған бордюрҙарҙы һәм архитектура формаларын буяп сығыу, шулай уҡ биләмәләрҙе таҙартыу һәм уларҙа төҙөкләндереү эштәре үткәреү кәрәк буласаҡ. Барлыҡ ҡатнашыусылар сүп-сарҙы, ҡойолған япраҡтарҙы йыясаҡ, үләнде сабасаҡ, ҡыуаҡлыҡтарҙы киҫәсәк, ихаталарын һеперәсәк. 5 октябрҙә сираттағы ҡала субботнигы ойошторола, уның сиктәрендә 200-ҙән ашыу йәшел үҫенте ултыртыу ҡаралған.
Көҙөн экологик айлыҡ сиктәрендә ҙур күләмдә эш башҡарыу күҙаллана. Өфө ҡалаһының Ленин районы хакимиәте ҡала халҡын был оло саранан ситтә ҡалмаҫҡа һәм йәшәгән урындарын таҙартыуҙа ҡатнашырға саҡыра. Мәҫәлән, үткән аҙнала Ленин районында ойошторолған субботникка 82 берәмек техника йәлеп ителгән, 283 кубометр сүп-сар сығарып түгелгән, таҙартылған биләмә майҙаны 984,7 мең квадрат метр тәщкил иткән. Был эко-акция Бөтә донъя таҙалыҡ көнөнә арналды һәм ирекмәндәр тарафынан илебеҙҙең 70 төбәгендә тәбиғәтте сүп-сарҙан таҙартыу башҡарылды.