«Һайла, Өфө!» фотоконкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте

20 августан алып 8 сентябргә тиклем Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының Йәмәғәт палатаһы һәм Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы «Һайла, Өфө!» фотоконкурсын иғлан иткән ине.

20 августан алып 8 сентябргә тиклем Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының Йәмәғәт палатаһы һәм Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы «Һайла, Өфө!» фотоконкурсын иғлан иткән ине.

Фотоконкурста биш бүләк уйнатылды. Төп бүләк — iPhone XS, шулай уҡ приз фондында: iPad, смарт-Apple Watch сәғәте, портатив аккумулятор һәм смарт телевизор.

17 сентябрҙә конкурста еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Шулай итеп төп бүләкте - iPhone XS, Дим биҫтәһендә йәшәүсе Елена Яковлева отто. iPad планшеты Әлиә Фатхлисламоваға эләкте, Apple Watch смарт-сәғәте - Ләйсән Басыроваға, смарт телевизорҙы Елена Ибраһимова отһа, Power Bank менән Альберт Солтангиров бүләкләнде.

Әйтеп үтергә кәрәк, әлеге ижтимағи инициативаны ҡаланың сауҙа ойошмалары актив хупланы һәм рәсми партнер-спонсорҙар булып сығыш яһанылар. Улар араһында «Лукошко» магазиндары селтәре, «Лисичкин хлеб» пекарнялары, 21-се икмәк заводы, Өфө ҡалаһының Эшҡыуарҙар союзы һәм «Ярмарка» магазиндар селтәре бар.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурста ҡатнашыу өсөн «ВКонтакте» рәсми төркөмөнән иғланға репост эшләргә кәрәк ине. Шулай уҡ 8 сентябрь көнө фотоконкурста ҡатнашыусы һайлау участкаһында тауыш биреүен фотоға төшөрөп, уны шул көндө сәғәт иртәнге 7-нән киске 9-ға тиклем #ВыбирайУфа, #АйдаВыбирайУфа хештегтарын ҡулланып үҙ профиленә беркетеп ҡуйырға мотлаҡ ине.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA