Ихаталарҙы төҙөкләндереү дауам итә

Республикабыҙҙың баш ҡалаһында «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса ихаталарҙы комплекслы төҙөкләндереү дауам итә.
Республикабыҙҙың баш ҡалаһында «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса ихаталарҙы комплекслы төҙөкләндереү дауам итә. Өфөнөң Ленин районында программаға Достоевский, 83, Запорожский тыҡрығы, 7, Карл Маркс, 32 адресы буйынса йорт ихаталары, шулай уҡ Ирәндек урамы, 4 һәм 4/1 менән Суднолар йүнәтеү, 27 адресы буйынса йорттар араһындағы ихата индерелгән. Бөгөн көнгә тиклем ҙур күләмдә эштәр башҡарылған – ҡайһы бер ихаталарҙа яңы бордюр таштары, урамды яҡтыртыу бағаналары ҡуйылған, автомобилдәр өсөн яңы парковка урындары, тротуарҙар булдырылған, асфальт йәйелгән һәм башҡа эштәр башҡарылған. Шулай уҡ ихаталарҙа балалар өсөн яңы уйын майҙансыҡтары, эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары ҡуйыласаҡ. Мәҫәлән, Карл Маркс урамының 32-се йорто ихатаһында бөгөн эшселәр балаларға тәғәйенләнгән уйын майҙансығының урынын әҙерләй башланы – иҫке бағананы демонтажлау эшен башҡарҙы. Ошо аҙна дауамында майҙансыҡты төҙөй ҙә башлаясаҡтар. Тимәк, бер аҙҙан бәләкәйҙәр яңы уйын комплексында рәхәтләнәсәк. Шулай уҡ эшселәр бында юл билдәләрен һыҙыуҙы тамамлаған, йорт нигеҙен ремонтлауҙы дауам итә. Төҙөкләндерелгән ихаталар концепцияһын заманса уйын майҙансыҡтары, уңайлы парковка урындары һәм спорт комплекстары тәшкил итә. Өфөлә был программаға 145 күп фатирлы йорттоң 85 ихатаһы индерелгән. Бынан тыш, аҡсаны һаҡсыл ҡулланыу иҫәбенә резервта булған тағы ла 4 ихата төҙөкләндереләсәк.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA