Өфөлә беренсе көҙгө өмәләр үтәсәк

10 сентябрҙә Өфөлә биләмәләрҙе таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса көҙгө санитар таҙартыу буйынса айлыҡ башланды.

Өфөлә беренсе көҙгө өмәләр үтәсәк

10 сентябрҙә Өфөлә биләмәләрҙе таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса көҙгө санитар таҙартыу буйынса айлыҡ башланды. Ул 14 октябрға тиклем дауам итәсәк.

Экологик көҙгө айлыҡ сиктәрендә ике дөйөм ҡала өмәләрен үткәреү планлаштырылған. Шуларҙың беренсеһе был шәмбе көндө - 21 сентябрҙә буласаҡ. Унда барлыҡ теләүселәр ҙә ҡатнаша ала. Шулай уҡ был көндө таҙалыҡ көнө сиктәрендә «Сделаем!» экологик акцияһы үтәсәк.

Предприятиелар, ойошмалар, учреждениелар һәм бөтә милекселек формаһы етәкселәргә тирә-яҡ биләмәләрҙе тейешле хәлгә килтереү кәңәш ителә.

Төп эштәр торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр иңенә төшөүенә ҡарамаҫтан, ҡаланың һәр кешеһе төҙөкләндереүгә үҙ өлөшөн индерә ала.

Шулай уҡ өмәләр һәм санитар йомалар үҫеп килгән быуынға үҙенең тыуған төйәгенә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә ярҙам итә.

Ҡала тормошона битараф булмағандарҙы көҙгө төҙөкләндереү эштәрендә ҡатнашырға саҡырабыҙ.

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA