12.09.2019
2011
Өфө ҡалаһының Ленин районында «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә Мостай Кәрим урамын капиталь төҙөкләндереү дауам итә. Төҙөлөш объектының оҙонлоғо – 1200 метрҙан ашыу.
Проект дүрт этапта: тәүҙә Коммунистик урамдан Чернышевский урамына тиклем, Чернышевский урамынан – Достоевский урамына, Достоевский урамынан – Революция урамына, аҙаҡ унан Яҡутов исемендәге ял паркына ҡәҙәр тормошҡа ашырыласаҡ. Әлеге мәлдә Коммунистик урамынан Чернышевский урамына тиклем бордюрҙарҙы демонтажлау һәм ағастарҙы тигеҙләп ҡырҡыу эштәре башҡарыла.
Был проектта юлды иҫке асфальттан таҙартыу һәм яңыһын йәйеү, бордюр таштарын ҡуйыу, тротуарҙарҙы яңыртыу, автомобиль ҡуйыу урындарын ҡулайлаштырыу, яуын канализацияһы системаларын монтажлау, элемтә һәм электр сымдарын яңынан һуҙыу, шулай уҡ термопластиктан юл билдәләрен төшөрөү ҡаралған.
Ремонт барған ваҡытта Коммунистик урамдан Чернышевский урамына тиклем транспорт хәрәкәте ваҡытлыса сикләнәсәк. Шуға ла урындағы халыҡтан һәм баш ҡала ҡунаҡтарынан был уңайһыҙлыҡтарҙы аңлап ҡабул итеүҙәрен һәм үҙ маршруттарын алдан планлаштырыуҙарын һорайбыҙ.
«Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проектының был объекты буйынса эштәр 2020 йылда ла дауам итәсәк. 2019 йылда проект сиктәрендә баш ҡалала 47 километр оҙонлоҡта 28 юл участогын ремонтлау планлаштырылған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был проект 2017-2018 йылдарҙа тормошҡа ашырылған «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» өҫтөнлөклө проектына алмашҡа килде. Тәүгеһенең һөҙөмтәһендә ике йыл эсендә 143 километр алыҫлығындағы 86 юл участогы төҙөкләндерелде.
Был милли проект 2024 йылға тиклем тормошҡа ашырыласаҡ. Уның төп маҡсаты – юл селтәрҙәрендә хәүефле урындарҙың һанын һәм юл-транспорт фажиғәләрендә һәләк булыусыларҙың һанын кәметеү, норматив талаптарға яуап биргән автомобиль юлдарының һанын арттырыу.