25.09.2019
1537
Халыҡҡа һанлы телевидениеға күсергә ирекмәндәр ярҙам итәсәк. Бының өсөн Өфөлә масус төркөм булдырылған. Ирекмәндәр һанлы эфирға тоташтырыуҙа ғына түгел, ә ҡорамалдарҙы дөрөҫ һайлау буйынса ла булышасаҡ.
Уларҙы һатып алыу һәм тоташтырыу буйынса ярҙам граждандарҙың ике категорияһына – пенсияларына федераль социаль өҫтәмә алған пенсионерҙарға һәм бала тәрбиәләүсе аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ҡағыла.
Мутлашыусыларҙан һаҡланыу өсөн мәғлүмәт:
- Һанлы телевидение буйынса ирекмәндәр һеҙ «Ҡыҙыу линия» телефоны буйынса ярҙам кәрәклеге тураһында мәғлүмәт ҡалдырғандан һуң ғына йортоғоҙға йә фатирығыҙға киләсәк.
- Уларҙың барыһы ла 18 йәштән өлкән кешеләр.
- Һеҙгә ярҙамға килгән кеше ирекмән булыуы тураһындағы танытмаһын күрһәтергә тейеш.
- Ирекмәндәр икәү булһа ғәжәпләнмәгеҙ: был уларҙың хәүефһеҙлеге өсөн кәрәк.
- Ирекмәндәрҙең һеҙҙән үҙ ярҙамы өсөн, мәҫәлән, ҡорамалдарҙы яйлау һәм тоташтырыу, йә етмәй ҡалған шнурҙы һатып алыу өсөн аҡса талап итеү хоҡуғы юҡ. Әгәр ҙә ҡорамалды тоташтырыу өсөн нимәлер етмәй икән, улар һеҙгә ярҙам күрһәтә алмаясаҡ.
Башҡортостанда һанлы телевидениеға күсеүгә «Рәсәй телевизион һәм радио тапшырыуҙар селтәре» филиалы яуаплы. Консультацион үҙәк белгестәре һанлы телевидениеға нисек дөрөҫ тоташыу кәрәклеге тураһындағы һорауҙарға +7(347)246-45-78 телефондары буйынса яуап бирәсәк.
Ленин районы халҡы һанлы ҡорамалдарҙы тоташтырыуға ярҙам буйынса мөрәжәғәттәрҙе «Ал елкән» йәштәр клубтары берләшмәһенең ирекмәндәр үҙәгенең телефоны буйынса ҡалдыра ала: +7(347) 271-43-40, директоры – Ғабдрахманов Эдуард Тәлғәт улы. Мөрәжәғәттәр эш көндәрендә иртәнге сәғәт 10-дан киске сәғәт 6-ға тиклем ҡабул ителә.