Өфөлә «Азия көйҙәре һәм ритмдары» милли мәҙәниәттәр фестивале уҙғарыла

15 сентябрҙә Иван Яҡутов исемендәге мәҙәниәт паркында «Азия көйҙәре һәм ритмдары» Азия халыҡтарының милли мәҙәниәттәре фестивале уҙғарыла.

Өфөлә «Азия көйҙәре һәм ритмдары» милли мәҙәниәттәр фестивале уҙғарыла

15 сентябрҙә Иван Яҡутов исемендәге мәҙәниәт паркында «Азия көйҙәре һәм ритмдары» Азия халыҡтарының милли мәҙәниәттәре фестивале уҙғарыла. Сара Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто ойошторолоуҙың 25 йыллығына арнала.

Унда милли-мәҙәни ойошмалар, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, үҙешмәкәр художество коллективтары, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары ҡатнаша.

«Фестиваль өсөнсө тапҡыр ойошторола. Республиканың күп милләтле халҡы вәкилдәре бергә йыйылып, халыҡтар араһындағы берҙәмлекте һәм дуҫлыҡты символлаштыра. Тамашасыларға башҡорт, татар, ҡаҙаҡ, төркмән, ҡырғыҙ, үзбәк, тажик һәм башҡа халыҡтарҙың йыр-бейеүҙәре тәҡдим ителә», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Фестиваль көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана.

Ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы, Өфө ҡалаһының Совет районы, И.Яҡутов мәҙәниәт паркы хакимиәттәре.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA