«Тулҡын» скверын төҙөкләндереү эштәре ҡайнай

«Уңайлы ҡала мөхите» федераль программаһы сиктәрендә Өфө ҡалаһының Ленин районында «Тулҡын» скверын төҙөкләндереү эштәре ҡайнай. Реконструкцияны быйылғы йылдың ноябрь айына йомғаҡлау планлаштырыла.
«Уңайлы ҡала мөхите» федераль программаһы сиктәрендә Өфө ҡалаһының Ленин районында «Тулҡын» скверын төҙөкләндереү эштәре ҡайнай. Реконструкцияны быйылғы йылдың ноябрь айына йомғаҡлау планлаштырыла. Баш ҡаланың Ленин районы хакимиәтенең Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы белгесе Ильяр Мәҡсүтов хәбәр итеүенсә, бөгөнгә ике мең квадрат метр майҙанға тәүге ҡат асфальт йәйеү һәм өс мең квадрат метр майҙанды төҙөкләндереү эштәре тамамланған да инде. Шулай уҡ 350 квадрат метр майҙанда тротуар плитаһы, 1600 квадрат метр майҙанда бордюр ташы һалынған. Эшселәр тарафынан иҫке бағаналарҙы һәм элекке хоккей ҡабының сисенеү бүлмәһен һүтеү ҙә тамамланған. Ошо көндәрҙә ағастарҙы ҡыҫҡартып киҫеү һәм күлде үҫентеләрҙән таҙартыу ойошторолған. Әлеге мәлдә «Тулҡын» скверын төҙөкләндереүгә 20-гә яҡын эшсе һәм тиҫтәләгән төҙөлөш техникаһы йәлеп ителгән. Әйткәндәй, был саралар реконструкцияның июль айында башланған 2 этабына ярашлы башҡарыла. «Тулҡын» скверы – Затон биҫтәһе халҡы өсөн төп ял итеү урындарының береһе. Бында тәбиғәт ҡосағында бөтә ғаилә менән рәхәтләнеп ял итергә мөмкин. Яңы дизайн-проектҡа ярашлы, скверҙа эскәмйәләр яңыртыласаҡ, балалар өсөн уйын ҡаласығы, скейт парк, волейбол һәм футбол майҙансыҡтары барлыҡҡа киләсәк.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA