Өфө Хакимиәтендә сираттағы аҙналыҡ оператив кәңәшмә үтте

5 сентябрҙә муниципалитетта сираттағы аҙналыҡ оператив кәңәшмә булып уҙҙы. Уның барышында ҡайһы бер актуаль мәсьәләләр тураһында фекер алышынды.

5 сентябрҙә муниципалитетта сираттағы аҙналыҡ оператив кәңәшмә булып уҙҙы. Уның барышында ҡайһы бер актуаль мәсьәләләр тураһында фекер алышынды.

Кәңәшмә башланыр алдынан Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин уҙған ял көндәрендә үткән «Минең яратҡан ҡалам», «Бар!» фестивалдәрен, Өфөнөң халыҡ-ара марафонын ойоштороусыларға  рәхмәтен белдерҙе һәм әлеге сараларҙы үткәреүҙең юғары дәрәжәлә булыуын билдәләп үтте.

Оператив кәңәшмә барышында «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә юл селтәрҙәрен ремонтлау тураһында Юлдар һәм яһалма ҡоролмаларҙы төҙөү, ремонтлау идараһы етәксеһе Радмил Мөслимов һөйләне.  

Һуңынан күп фатирлы йорттарҙың ихатаһы биләмәһен төҙөкләндереү һәм 2020 йылға пландар тураһында Ҡаланың тормош эшсәнлеген тәьмин итеү идараһы етәксеһе  Никита Дмитриев һөйләне.

Оператив кәңәшмә аҙағында Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин профилле идараларға һәм учреждениеларға йөкләмәләр бирҙе.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA