Өфөлә Мостай Кәрим урамы ремонтланасаҡ

Өфөлә «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә юл ремонтлау эштәре дауам итә.

Өфөлә Мостай Кәрим урамы ремонтланасаҡ

Өфөлә «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә юл ремонтлау эштәре дауам итә.

Быйыл Өфө ҡалаһында оҙонлоғо 47 километрҙан ашыу булған 28 участка юл селтәрҙәрен ремонлау эштәре планлаштырылған. Бөгөн 16 объектта ремонт эштәре алып барыла, 11 – тамамланған.

Атап әйткәндә, хәҙерге ваҡытта ООО «Дортрансстрой» подряд ойошмаһы Мостай Кәрим урамында капиталь ремонтлау эштәренә тотона. Урамдың дөйөм оҙонлоғо 1,2 км ашыу. Проект дүрт этапҡа бүленеп, бойомға ашырыласаҡ– Коммунистик урамынан алып Чернышевский урамына тиклем, Чернышевский урамынан алып Достоевский урамына тиклем, Достоевский урамынан алып Революция урамына тиклем, Революция урамынан алып И. Яҡутов исемендәге парк биләмәһенә тиклем. Ремонт эштәрен 2020 йылда тамамлау ҡаралған.

2019 йылда эштәрҙең беренсе этабы атҡарыласаҡ. Төҙөлөш һәм монтаж эштәре сәбәпле Коммунистик урамынан алып Чернышевский урамына тиклем 270 метр самаһы юл хәрәкәте ябыласаҡ.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA