Өфөнөң Совет районында 44-се һанлы яңы полингваль күп профилле мәктәп асылды

Бөгөн барлыҡ ҡала мәктәптәрендә лә Белем көнөнә арналған тантаналы линейкалар үтте. Был байрам көнөндә Өфөнөң Совет районында 44-се һанлы яңы полингваль күп профилле мәктәп асылды.

Бөгөн барлыҡ ҡала мәктәптәрендә лә Белем көнөнә арналған тантаналы линейкалар үтте. Был байрам көнөндә Өфөнөң Совет районында 44-се һанлы яңы полингваль күп профилле мәктәп асылды.

Сарала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Рәйеф Әбдрәхимов,  Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова,  Рәсәй Федерацияһының Дәүләт думаһы депутаты, Өфө ҡалаһының маҡтаулы гражданины Рима Батталова һәм башҡалар ҡатнашты.

Был әһәмиәтле ваҡиға менән уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин ҡотланы.

-Бөгөн беҙҙә икеләтә байрам – Белем көнө һәм 44-се һанлы яңы полингваль күп профилле мәктәптең асылыуы. Был уҡыусыларыбыҙҙың, педагогтарҙың, партнерҙарҙың уртаҡ эше һөҙөмтәһе. Беҙ Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә, барлыҡ төҙөүселәргә рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, - тип билдәләне Өфө Хакимиәте башлығы. – Матур уҡыу өсөн был мәктәптә барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған, тип ышанам. Тағы ла бер тапҡыр һеҙҙе яңы уҡыу йылы менән ҡотлайым!

Ҡунаҡтар яңы мәктәптең уҡыу кабинеттарын, ашханаһын, спорт залдарын ҡаранылар, булдырылған матди-техник базаға һәм уҡыу кластарын йыһазландырыуға юғары баһа бирҙеләр. Шулай уҡ мәктәп биләмәһен төҙөкләндереү буйынса ҙур эштәр эшләнгәнен билдәләп үттеләр. Һуңынан ҡунаҡтар мәктәп уҡыусылары менән аралаштылар һәм уларға уҡыуҙарында уңыштар, ижадта, спортта һәләттәрен үҫтерергә теләнеләр.

Полилингваль мәктәптә уҡытыу рус, башҡорт, инглиз һәм башҡа телдәрҙә алып барыласаҡ. Мәктәп заманса йыһазландырылған, күп функциялы коворкинг киңлектәре һәм ижад итеү өсөн, үҫеш өсөн шарттар тыуҙырылған.

Заманса төп һәм өҫтәмә белем биреү мәктәбе уҡыусыларҙы төрлө яҡтан үҫтереүгә, белемдәрен арттырырға бар шарттар ҙа булдырасаҡ. Балаларға белем биреү бер сменала алып барыласаҡ, көндөң икенсе яртыһында балаларға өҫтәмә дәрестәрҙә ҡатнашыу мөмкинлеге буласаҡ. Ул да булһа спорт секциялары, сәнғәт, музыка, бейеү студиялары, мәктәп театры, техник түңәрәктәр һәм тел клубтары, лидерлыҡ дәрестәре, «Взлетай!» проектының модулдәрен үтеү.

Уҡытыусылар өсөн үҙҙәренең һөнәри дәрәжәһен үҫтереү, күтәреү өсөн барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырыласаҡ.

Бынан тыш, полилингваль мәктәптә Рәсәй һәм дөнъяның алдынғы белем биреү ойошмалары менән хеҙмәттәшлек үҫәсәк, алдынғы белем биреү технологиялары менән алмашыу, мәктәп уҡыусыларының сит илдәрҙә тел практикалары планлаштырыла.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA
bwslot168 bwslot168 rtp slot rp8888 slot777 rp888 login keris4d rp8888 rtp slot bwslot168 bwslot168 keris4d keris4d rp888 muara777 rp8888 keris4d andara88 rp8888 rp888 slot777 slot777 slot777 rp8888 rp8888 rp8888 andara99 rp888 rp8888 slot777 rp888 roket303 rp888 rp888 rp888 rp888 slot777 rp888 slot88 rp888 kingdomtoto royaltoto sultantoto direkturtoto rp888 rp888 slot88