Белем көнө менән!

Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафиндың ҡотлауы.

Белем көнө менән!

Хөрмәтле уҡыусылар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр!
Хөрмәтле өфөлөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары!

Һеҙҙе Белем көнө һәм яңы уҡыу йылы башланыуы менән ҡотлайым!

Бөгөн  Өфөлә 122 меңдән ашыу уҡыусы өсөн мәктәп ҡыңғырауы яңғыраясаҡ. Шуларҙың 15 меңдән ашыуы беренсе тапҡыр мәктәп ишеген асасаҡ. 

Әлеге ваҡытта Өфөлә сифатлы белем алыу, физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү, балаларҙың ижадын һәм ял ваҡытын үткәреү өсөн шарттар тыуҙырыу буйынса комплекслы эште дауам итә.

Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ һәм күтәренке кәйеф теләйем! Уҡытыусыларға һәм ата-әсәләргә уңыштар, мәктәп уҡыусыларына киләһе уҡыу йылында яҡшы билдәләр һәм ҡыҙыҡлы ваҡиғалар теләйем!

Байрам менән!

 

Башҡортостан Республикаһы
Өфө ҡалаһы ҡала округы
хакимиәте башлығы                                                                  Ө.М. Мостафин

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA