Өфөлә йәштәр көнө сиктәрендә байрам сараларын ойоштороу һәм үткәреү мәсьәләләре тикшерелде

29 августа Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов етәкселегендә Йәштәр көнө сиктәрендә үтәсәк сараларҙы ойоштороу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтте.

29 августа Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов етәкселегендә Йәштәр көнө сиктәрендә үтәсәк сараларҙы ойоштороу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтте.

Кәңәшмәлә Өфө Хакимиәтенең структур подразделениеларының етәкселәре, район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары, Өфө ҡалаһы буйынса Рәсәй эске эштәр министрлығының Идаралығы, ҡаланың Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге, республиканың юғары уҡыу йорттары ректорҙары советы вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнашты.

Өфө Хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Роман Янгуров мәғлүмәте буйынса, байрам саралары 6 сентябрҙә Салауат Юлаев исемендәге майҙанда брейк-данс чемпионаты менән башланасаҡ. Унан һуң киске сәғәт 18.00 КВН уйынының Йәйге Кубогы үткәрелһә, сәғәт 21.00 байрам ҡунаҡтарын бейеүҙәр һәм билдәле кавер-төркөмдәренең сығыштары көтә. Сарала ВИА ЧАППА төркөмө сығыш яһаясаҡ.

7 сентябрҙә шул уҡ майҙанда «Сәләм, студент» исемле байрам үтәсәк. Был турала ГУП ТРК «Башкортостан» директоры Рөстәм Зарафутдинов һөйләне. Киске сәғәт 18.00 22.00 тиклем танылған башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығында концерт үтәсәк. Сара аҙағында бәхетле бер тамашасы мотоцикл менән бүләкләнәсәк.

Кәңәшмәлә сараларға ҡағылышлы күп әҙерлек мәсьәләләр ҡаралды. Шул иҫәптән, йәмәғәт  һәм янғын хәүефһеҙлеген, медицина ярҙам күрһәтеүҙе ойоштороу һәм башҡа мөһим темалар тикшерелде.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA