Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнө менән!

Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафиндың ҡотлауы.

Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнө менән!

Хөрмәтле ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар!

22 августа беҙҙең ил өсөн әһәмиәтле көндәрҙең береһе – Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнө билдәләнә.

Флаг, герб һәм гимн менән бер рәттән, күп милләтле халҡыбыҙҙың берләшеү символы булып һанала. Бөгөн беҙ бергә Рәсәй флагы аҫтында дәүләттең яңы тарихын яҙабыҙ.

Башҡортостан Республикаһы һәм уның баш ҡалаһы Өфө ышаныслы аҙымдар менән социаль-иҡтисади үҫеш, инновацион технологиялар индереү, тормош сифатын яҡшыртыу, гражданлыҡ йәмғиәтен һәм патриотизмды нығытыу юлынан бара.

Был көн мәҙәни традицияларға бай булған, үҙ халҡыбыҙҙы, геройҙарыбыҙҙы хәтерләгән һәм хөрмәт иткән берҙәм халыҡ булғаныбыҙҙы иҫбатлай. 

Барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, именлек һәм ирекле, сәскә атҡан Рәсәй хаҡына тыныслыҡ теләйем!

Байрам менән!

 

Башҡортостан Республикаһының

Өфө ҡалаһы ҡала округы

Хакимиәте башлығы                                                                      Ө.М. Мостафин


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA
スーパーコピー Posgrado de Psicología | UNAM ブランド時計コピー Hpss - Universidad de Murcia ブランド時計コピー 株式会社アローン ブランド時計コピー スーパーコピー ロレックス時計コピー ブランド時計コピー ウブロ時計コピー スーパーコピー スーパーコピー シャネルコピー