Совет районы башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булып үтте

16 августа Совет районы башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булып үтте. Унда район ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаларынан тыш, райондың башҡорт йәмәғәтселеге, шулай уҡ Совет район хакимиәте башлығы Рөстәм Рәхмәтуллин һәм уның урынбаҫары Адик Фәхретдинов, Өфө башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Гөлфиә Янбаева ҡатнашты.

Апрель айында Өфө райондары башҡорттары ҡоролтайҙарының һәм 14 майҙа Өфө башҡорттары ҡоролтайының йыйындары булып үтте. Уларҙа ҡала шарттарында башҡорт мөхитен, милли һәм рухи күсәгилешлекте тәьмин итеү, туған телде, мәҙәниәтте һәм милли традицияларҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса баш ҡалабыҙҙа атҡарыласаҡ саралар билдәләнде, резолюциялар ҡабул ителде.

Хәҙер иһә шул сараларҙы тағы ла анығыраҡ билдәләү, пландар ҡабул итеү, баш ҡаланың башҡорт йәмәғәтселеген ҡоролтайҙарҙың махсус комиссиялары эшенә йәлеп итеү буйынса һөйләшеүҙәр ойоштороп алыу ваҡыты етте.

Ошо маҡсатта 16 августа Совет районы башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булып үтте. Унда район ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаларынан тыш, райондың башҡорт йәмәғәтселеге, шулай уҡ Совет район хакимиәте башлығы Рөстәм Рәхмәтуллин һәм уның урынбаҫары Адик Фәхретдинов, Өфө башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Гөлфиә Янбаева ҡатнашты.

Совет районы башҡорттары башҡарма комитеты рәйесе Наил Әминев булып үткән ҡайһы бер саралар, атап әйткәндә, башҡорт эшҡыуарҙары менән берлектә үткән бизнес-форум, Өфө башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының кәңәш ҡорҙары тураһында һөйләне.

Гөлфиә Янбаева иһә ҡабул ителгән резолюцияларҙа билдәләнгән талап-маҡсаттарҙы яңынан барланы. Мәҫәлән, район хакимиәттәрендә «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында»ғы БР Законын тормошҡа ашырыу буйынса комиссияларҙың эшен әүҙемләштереү, халҡыбыҙҙың рухын, телен, мәҙәни үҙаңын һаҡлау буйынса саралар үткәргәндә дәүләт телдәрен берҙәй ҡулланыу мөһимлегенә; мәктәпкәсә йәштәге учреждениеларҙа мөмкин тиклем күберәк башҡорт төркөмдәре асыуҙы талап итеп, уларға башҡорт балаларын йәлеп итеү өсөн ата-әсәләр менән аңлатыу эштәре алып барырға кәрәклегенә иғтибар йүнәлтелде. Шулай уҡ Өфө ҡалаһындағы милләттәштәрҙе, бигерәк тә йәштәрҙе ҡаланың ижтимағи һәм сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнашыуға, баш ҡаланың йәшәйешенә ҡағылған барлыҡ мәсьәләләр буйынса үҙ фекерен белдереүгә, төрлө дебаттарҙа, парламент тыңлауҙарында ҡатнашыуға йәлеп итеү мөһимлеге лә билдәләнде.

Ултырышта ҡатнашыусы Марат Ғилманов, Гөлсара Килдеғолова, Рушан Ғәлимовтар ҙа ҡоролтай алдына торған ҡайһы бер көнүҙәк бурыстарҙы барлап, уларҙы тормошҡа ашырыу юлдары тураһындағы фекерҙәре менән уртаҡлашты.

Совет районы Хакимиәте башлығы Рөстәм Рәхмәтуллин дәүләт структуралары эшендә йәмәғәт ойошмалары ҡатнашыуының әһәмиәте, улар үткәргән сараларҙың граждандарҙың берҙәмлеген, тупланғанлығын тәьмин итеүҙә ғәйәт ҙур роль уйнауы тураһында билдәләп үтте. Ултырышта һөйләнгәндәрҙең Хакимиәттә лә хуплау табылырына ышандырҙы.

Өфө башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Гөлфиә Янбаева билдәләүенсә, алдағы көндәрҙә ошондай уҡ осрашыуҙар баш ҡаланың башҡа райондарында ла үтәсәк.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA