Өфөлә полилингваль күп профилле мәктәптәр асыласаҡ

5 августа республика Хөкүмәтендә  Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә сираттағы оператив кәңәшмә үтте. Уның сиктәрендә республикала уҡыу башына полилингваль күп профилле мәктәптәр асылыуы тураһында һүҙ барҙы.

5 августа республика Хөкүмәтендә  Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә сираттағы оператив кәңәшмә үтте. Уның сиктәрендә республикала уҡыу башына полилингваль күп профилле мәктәптәр асылыуы тураһында һүҙ барҙы.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, Башҡортостан Республикаһының мәғариф өлкәһе юғары кимәлгә сыға.

- Полилингваль мәктәптеренең уҡытыу системаһына сифатлы белем биреү методикалары инәсәк һәм балалар юғары кимәлдә бер нисә телдәр өйрәнәсәк, - тип билдәләп үтте Радий Хәбиров.

2 сентябрҙән Өфөнөң Дим һәм Совет райондарында № 44-се и № 162-се полилингваль мәктәптәр эшләй башлаясаҡ.

44-се һанлы мәктәпте реконструкциялау сиктәрендә яңы 1, 3, 4 һанлы корпустары төҙөлә. Мәктәп майҙаны 19 мең квадрат метрға тиклем артасаҡ һәм бында 1300 уҡыусы бер сменала уҡыясаҡ. Спорт күнекмәләре өсөн күп функциялы залдар, төрлө түңәрәктәр һәм секциялар эше өсөн кабинеттар барлыҡҡа киләсәк. Уңайлы мөхит элементтарын булдырыу ҡаралған. Шулай уҡ тулыһынса мебель һәм электрон – техник ҡорамалдар яңыртыласаҡ.

Билдәләп үтергә кәрәк, уҡытыу-тәрбиә процесы дәрестәрҙән һуң да дауам итәсәк. Балалар өсөн бай өҫтәмә белем биреү программаһы ҡаралған.

Дим районының «Сағыу» биҫтәһендә 1000 уҡыусыға ҡаралған 162-се күп профилле мәктәп сафҡа индереләсәк. Майҙаны 22 мең квадрат метрҙан ашыу. Балалар шулай уҡ бер сменала уҡыясаҡ. 

Кластан тыш уҡытыу һәм өҫтәмә белем биреү программалары сиктәрендә был полилингваль мәктәптә «Взлетай!» проектының модулдәрен тормошҡа ашырыу планлаштырыла. Балалар өсөн шахмат, баскетбол, волейбол, футбол, еңел атлетика, көрәш һәм башҡа дәрестәр үткәреү ҡаралған. Уҡыусыларға тағы донъя мәҙәниәте, рус, башҡорт, инглиз, француз телдәрен өйрәнеү өсөн барлыҡ шарттар булдыраласаҡ һәм төрлө йүнәлештәге клубтар эшләйәсәк.

Мәктәп бинаһының этаждары сағыу төҫтәрҙә буласаҡ һәм уңайлы мөхит элементтарын тәшкил итәсәк.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA