Өфөлә велоинфрастуктураны үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды

1 августа Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығында башҡалала велоинфраструктураны үҫтереү  мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтте.

1 августа Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығында башҡалала велоинфраструктураны үҫтереү  мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтте.

Сарала Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы етәксеһе Рөстәм Хәмитов һәм уның урынбаҫары Илнур Идиәтуллин, ҡаланың велосипед берләшмәһе активистары һәм башҡалар ҡатнашты.

- Бөгөнгө көндә ҡаланың райондарында велоинфраструктураны үҫтереү буйынса проектының етешһеҙлектәрен бөтөрөү өҫтөндә әүҙем эш алып барыла, - тине Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы етәксеһенең урынбаҫары Илнур Идиәтуллин.

Үҙ сиратында Өфө ҡалаһының велосипед берләшмәләре вәкилдәре ҡаланың вело-юлдарын берҙәм түңәрәк селтәренә тоташтырырға тигән тәҡдим менән сыҡтылар.

- Вело-хәрәкәт көндән көн популярлаша, шуның өсөн проекттың төп маҡсаты булып велосипедсыларға уңайлы мөхит булдырыу тора. Әйтергә кәрәк, был проект ҡаланың социаль әһәмиәтле объекттарын - парктарҙы, мәктәп, спорт уреждениеларын һәм башҡаларҙы, берләштерергә мөмкинселек бирәсәк, - тип уртаҡлашты велосипед активисттары.

Сара барышында вело-юлдарҙы проектлау, төҙөү һәм кәңәшмәнең тематикаһына ҡағылышлы бер нисә мәсьәләләр ҡаралды.

Билдәләп үтергә кәрәк, бөгөнгө көндә Өфө ҡалаһында 68 км оҙонлоғондағы велосипед юлдары төҙөкләндерелгән. Йылдан йыл велосипедта хәрәкәт итеү уңайлыраҡ: туҡталыу урындары барлыҡҡа килә, бордюрҙар түбәнәйтелә, юл билдәләре һыҙыла.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA