Өфө ҡалаһының белем биреү ойошмаларында балалар туҡланыуын яҡшыртыу эштәре алып барыла

Белем биреү учреждениелары уҡыусыларының туҡланыуын яҡшыртыу маҡсаты менән Өфө ҡалаһының мәғариф ойошмаларында балалар туҡланыуын камиллаштырыу эштәре башҡарыла.

Белем биреү учреждениелары уҡыусыларының туҡланыуын яҡшыртыу маҡсаты менән Өфө ҡалаһының мәғариф ойошмаларында балалар туҡланыуын камиллаштырыу эштәре башҡарыла.

Бөгөнгө көндә туҡланыу операторҙарын берҙәм структураға берләштереү процедураһы бара. Өфө ҡалаһының уҡыусыларының һәм тәрбиәләнеүселәренең туҡланыу рационы өсөн төрлөләнгән берҙәм меню булдырыла. Аҙыҡ-түлек блогы хеҙмәткәрҙәре өсөн махсус кейем һәм билдәле брендлы һауыт-һабалар һатып алынған.

Ата-әсәләр (законлы вәкилдәр) иҫәп системаһынан балалары исеменә күсерелгән аҡсаны ҡайтарыр өсөн түбәндәге адрестар буйынса мөрәжәғәт итә алалар.

 - МУП «Мәктәп һәм балалар туҡланыу үҙәге», (Әй урамы, 71), директоры – Шафиҡов Рәмил Рәшит улы, тел. 8 (347)253-71-85.

Ҡабул итеү ваҡыты: сәғ. 8.00 – 20.00 эш көндәрендә, сәғ. 9.00 – 15.00 шәмбе көнө;

 - «Спектр» МУП Мәктәп һәм балалар туҡланыу комбинаты, (Ульяновтар урамы, 47), директор вазифаһын башҡарыусыһы – Морозова Елена Сергеевна, тел. 8 (347) 264-64-41.

Ҡабул итеү ваҡыты: дүшәмбе, шаршамбы, йома: сәғ. 8.00 – 18.00; шишәмбе, кесейома: сәғ. 8.00 – 20.00, шәмбе: сәғ. 9.00 – 15.00.

Аҡсаны кире ҡайтарыу өсөн ғариза менән бергә паспорт һәм тыуыу тураһында таныҡлыҡ копияларын, банк реквизиттарының белешмәһен тапшырыу мотлаҡ.

Белешмәләр өсөн Өфө ҡалаһы Ҡала округы хакимиәтенең мәғариф идаралығына, йәки -  8 (347) 248-81-33 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә була.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA