Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө менән!

Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафиндың ҡотлауы. 

Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө менән!

Хөрмәтле Өфө сауҙа предприятиелары хеҙмәткәрҙәре!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ - сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым!

Өфө ҡулланыусылар баҙары иҡтисади үҫешкә, халыҡтың мәшғүллегенә, кесе һәм утра бизнесты үҫтереүгә ярҙам итә, муниципалитет бюджетына мөһим өлөш индерә. Әлеге ваҡытта ул ҡала хужалығының берҙәм комплексының ҙур өлөшө булараҡ эшләй һәм үҫешә.

Шулай уҡ ҡала халҡын сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы, көнкүреш уңайлыҡтары күрһәтеү хеҙмәттәре менән тәмьин итеү өсөн шарттар тыуҙырыу һәм туризмды үҫереү стратегик бурыстарҙың береһе булып ҡала. Ҡалала ҡулланыу баҙары һәм хеҙмәт күрһәтеү буйынса туғыҙ мең ярым объект иҫәпләнә. Сауҙа тармағында 100 меңдән ашыу кеше эшләй.

Өфөлөләр сауҙа һәм тукланыу предприятиелары уңайлыҡтары менән көн һайын тиерлек ҡуллана. Шуға күрә һеҙҙең оҫталыҡтан һәм иғтибарҙан ҡала ҡунаҡтарының һәм халҡының яҡшы кәйефе тора. Шул уҡ ваҡытта туристарҙы республикала йәшәүселәрҙең ғөрөф-ғәҙәте һәм аш-һыуы таныштырыу менән бер рәттән ҡунаҡсыллыҡ һәм уңайлыҡтар күрһәтеү айырыуса мөһим. Өфө сауҙа ойошмалары был мәсьәләләрҙе лә уңышлы үтәй.

Киләсәктә лә һеҙ тауар, хеҙмәт күрһәтеү һәм сервис сифаттарын күтәреү, яңы заманса һәм креатив эш алымдарын индереү өҫтөндә эшләрһегеҙ, тип ышанам. Бөгөн тәжрибәһен йәш белгестәргә тапшырыусы сауҙа өлкә ветерандары ла айырым рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ.

Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек һәм именлек, ҡалабыҙ һәм республикабыҙ өсөн билдәләнгән барлыҡ уй-ниәттәрегеҙҙең һәм башланғыстарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйем.

Байрам менән!

 

Башҡортостан Республикаһының

Өфө ҡалаһы ҡала округы

Хакимиәте башлығы                                                                      Ө.М. Мостафин


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA