Халыҡ-ара балалар уйындарының беренсе көне Өфөгә алтын, көмөш һәм бронза миҙалдар алып килде.
Шәхси зачетта Рәсәй, Төркиә, Польша һәм Корея Республикаһы спортсылары ярыштылар. Турнирҙың төп көрәшендә егеттәр араһында Ян Хуеон еңде (Корея Республикаһы), икенсе урынды Өфөнән Николай Киреев алды, өсөнсө урынды Джин Ким (Корея Республикаһы) һәм Давид Пиосик (Польша) бүлеште.
Ҡыҙҙар араһында алтынды Ли МБ (Корея Республикаһы), көмөштө - Азалия Абдуллина (Рәсәй, Ҡазан), бронза миҙалдарын - Өфөнән Ирина Красноперова һәм Елизавета Первушина яуланы.
Бүләкләү тантанаһын Халыҡ-ара балалар уйындары президенты Торстен Раш, Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов, Халыҡ-ара балалар уйындарының техник комитеты ағзаһы һәм Башҡортостан Республикаһының Паралимпия комитеты рәйесе Евгений Емельянов үткәрҙе.