Дим районы хакимиәте урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләй - өмәләрҙә ҡатнаша

Бөгөн, 21 апрелдә, урындағы үҙидара үҙенең һөнәри байрамын билдәләйҙәр, ә Өфө ҡалаһының Дим районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре был көндө өмәлә үткәрҙеләр.
Дим районы хакимиәте урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләй - өмәләрҙә ҡатнаша
Бөгөн, 21 апрелдә, урындағы үҙидара үҙенең һөнәри байрамын билдәләйҙәр, ә Өфө ҡалаһының Дим районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре был көндө өмәлә үткәрҙеләр. Район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре костюмдарын эш кейеменә алыштырып, бирсәткәләр кейеп, ҡулдарына көрәк,тырма , кәрәкле инвентарҙар алып тулы составта тиерлек Үҙәк урамының тротуарҙарын таҙаларға киттеләр. Улар тротуарҙы былтырғы үләндәрҙән, сүп-сарҙан,япраҡтарҙан таҙаланылыр, һеперҙеләр,ағастарҙың олонон аҡланылар.Күмәкләшеп администрацияның тирә-яғын да тәртипкә килтереп ҡуйҙылар.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA