15.05.2019
6712
Башҡорт теленән диктант быйыл 18 майҙа үтә.
Диктанттың маҡсаты — башҡорт телен танытыу, белемлелек проблемаһына йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, белем алыуға, уның кимәлен күтәреүгә ҡыҙыҡһыныуҙы дәртләндереү.
Регистрацияны http://bashkdictant.ru/ сайтында үтергә мөмкин.
Быйыл диктант Халыҡ-ара статусҡа эйә булды. Акцияла 22 меңдән ашыу кеше ҡатнашыуы көтөлә. Канада, Төркиә, АҠШ, Франция,Германия, Бөйөк британия, Ҡаҙағстан илдәрендә йәшәгән башҡорттар ҙа ҡатнашырға теләк белдергән.
Ҡатнашыусыларҙы ике төркөмгә бүлеп яҙҙырыу ҙа быйылғы акцияның яңылығы булып тора: башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр бер аудиторияға йыйыла, иркен һөйләшеүселәр - икенсеһенә.
Орджоникидзе районында диктантты Тыныслыҡ урамы, 12 адресы буйынса яҙырға була. Сара сәғәт 10.00-да башлана.
Яҙғанда исемде күрһәтмәҫкә лә мөмкин, был ирекле акция. Акцияла ҡатнашып, һәр милләттәшебеҙ туған телебеҙгә ихтирам хистәрен белдерә ала.