Еңеү! Һағындырған данлы еңеү!

Илебеҙҙә ниндәй генә байрамдар билдәләнмәй, әммә иң ҙуры - Бөйөк Ватан һуғышында фашистик Германияны еңгән 9 май байрамылыр. Йылдан-йыл был данлы көндәр, ваҡиғалар артта ҡала бара. Улар менән бергә был һуғышта ҡатнашҡан, беҙгә Еңеүҙе бүләк иткән ҡаһарман ветерандарыбыҙ ҙа һирәгәйә. Улар тураһында беҙ бик аҙ беләбеҙ.
Илебеҙҙә ниндәй генә байрамдар билдәләнмәй, әммә иң ҙуры - Бөйөк Ватан һуғышында фашистик Германияны еңгән 9 май байрамылыр. Йылдан-йыл был данлы көндәр, ваҡиғалар артта ҡала бара. Улар менән бергә был һуғышта ҡатнашҡан, беҙгә Еңеүҙе бүләк иткән ҡаһарман ветерандарыбыҙ ҙа һирәгәйә. Улар тураһында беҙ бик аҙ беләбеҙ. Еңеүҙең 74-се яҙын ҡаршылағанда беҙҙә үҙҙәренең белгәндәрен, күргәндәрен балалар менән уртаҡлашырға һуғыш йылы балаһы Наиль Рәхимйән улы Миғрановты, Чернобель АЭСы һәләкәте эҙемтәләрен бөрөүҙә ҡатнашыусы ветераныбыҙ Марат Мансур улы Юламановты, ветерандар Советының беренсе ойошмаһы председателе Александр Михаил улы Скакалинды байрам кисәһенә саҡырҙыҡ. Балаларҙың йөрәккә үтеп инер йырҙары, бейеуҙәре, рәхмәт һүҙҙәренә һуғарылған шиғырҙарына үрелеп барҙы матур сара. Ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙ йөрәк һыҡрауҙары менән уртаҡлашты, бәләкәстәргә яҡты, нурлы бала-саҡ, ышаныслы киләсәк, ата-әсәйҙәренең терәге-таянысы булып үҫеүҙәрен теләнеләр. Балалар олотайҙарҙы үҙ ҡулдары менән эшләгән открыткалар менән ҡыуандарҙылар. Ошолай осрашыуҙар балаларҙа илебеззең үткәне, халҡының ҡаһарманлығы менән таныштырыу, ветерандарға ихтирам, һөйөү тәрбиәләү өсөн иң ҡулай сара. Оло хөрмәткә лайыҡ ветерандарыбыҙҙың ваҡытында ҡәҙерен белеү мөһим!Уларға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA