02.05.2019
749
28 апрелдә Өфөлә «V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Йәштәр советы» халыҡ-ара форумы үтте. Был форумда Орджоникидзе районының әүҙем йәштәре лә ҡатнашты.
Өфөләге форум Рәсәй төбәктәренән һәм Башҡортостандан йыйылған 200-ҙән ашыу йәш милләттәшебеҙҙе тупланы. Бер үк ваҡытта тағы ике майҙансыҡта, Мәскәү һәм Силәбе ҡалаларында ла ошондай уҡ эш алып барылды, улар менән бәйләнеш телекүпер аша ҡоролдо.
Башҡорт халҡының милләт булараҡ һаҡланып ҡалыу юлдарын билдәләр өсөн, форум сиктәрендә ҡатнашыусылар төркөмдәргә бүленеп, төрлө проекттары, уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты, йәнле әңгәмәләр ҡорҙо. “Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы”, шулай уҡ көн дауамында башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, глобаль мәҙәни экспансия стратегияһы, Башҡортостандан ситтә йәшәүсе милләттәштәргә ярҙам итеү программаһы, милли мәғариф системаһын үҫтереү кеүек көнүҙәк темалар ҡаралды.
Барлыҡ тәҡдимдәр оҙаҡламай үтәсәк V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына еткереләсәк. Тағы шуныһы мөһим: башҡорт йәштәре өсөн бындай ҙур сара аралашыу, белем алыу даирәһен киңәйтеү һәм фекер уртаҡлашыу өсөн киң мөмкинлектәр асты.